+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2021, 13:48

“Башҡорт аты” фестивале

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Баймаҡ районында “Башҡорт аты” тоҡомло аттар фестивале уҙғарыла башлай. Район элек-электән аттар һаны буйынса республикала алдынғы урындарҙың береһен биләй.

Республика сығанаҡтары билдәләүенсә, ошондай тәҡдимде Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы индергән. Фестиваль йыл һайын, июлдең өсөнсө шәмбеһендә уҙғарыла. Уның маҡсаты йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү менән шөғөлләнгән оҫталарҙы, тоҡомло башҡорт аттарын популярлаштырыу, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү, халыҡ традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән.
Башҡортостан Башлығының Указына ярашлы, фестивалде үткәреү өсөн вице- премьер Азат Баҙранолв етәкселегендәге ойоштороу төркөмө раҫланған. Улар мәртәбәле сараны ойоштороуҙа Баймаҡ районы хакимиәтенә ярҙам күрһәтәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: