Конкурста ҡатнашыу өсөн 30 майға тиклем
[email protected] почтаһына “Мин прививканан ҡурҡмайым – коронавирусҡа ҡаршы көрәшәм!” тигән яҙма менән эштәрҙе һәм ғариза ебәрергә кәрәк. Һүрәттәр теләһә ниндәй форматта (IPG, PDF) булһа ла ярай. Уларҙың яҡшы сифатта (аныҡ), быға тиклем күргәҙмәләргә ҡуйылмаған, башҡа конкурстарҙа ҡатнашмаған, бүтән сығанаҡтарҙан үҙләштерелмәгән булыуы зарур, тип билдәләй Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.