+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2021, 14:53

Бәләкәстәр сатраш уйнай

Өфөлә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында шахмат буйынса чемпионат үтте.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Өфөлә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында шахмат буйынса чемпионат үтте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Рәсәй – минең тарихым” мультимедиялы тарихи паркында шахмат турниры үтте. Ярыш Өфө ҡалаһы Совет районы беренселеге тип аталһа ла, унда ҡаланың барлыҡ райондарынан да балалар ҡатнашты. Турнир “Наградной фонд” компанияһын ойоштороусы, балалар шахматына күп ваҡыт һәм аҡса бүлгән Игорь Гаряев иҫтәлегенә арналды.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар швейцар системаһы буйынса ярышты. Һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләк тапшырылды, ә еңеүселәр миҙал, кубок, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Малайҙар араһында 166-сы балалар баҡсаһынан Айсар Ағафуров еңеү яулаһа, ҡыҙҙар араһында 62-се балалар баҡсаһынан Майя Солтанова беренселекте бирмәне, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте..
– Иң бәләкәс шахмат яратыусылар араһында бындай ярыштарҙы бер нисә тапҡыр үткәрҙек. Пандемияға тиклем “Йондоҙсоҡ” республика фестивале лә үткәргән инек. Ойоштороу буйынса бер аҙ ҡатмарлыраҡ, әлбиттә. Әммә ҡатнашыусыларҙың уйнау кимәле буйынса һүҙ йөрөткәндә, кескәйҙәр араһында Башҡортостан чемпионаты үткәрергә лә мөмкин, тип уйлайым. Талантлы балалар күп, уларҙы бәләкәстән интеллектуаль уйынға йәлеп итергә тырышабыҙ, – ти “Толпар” спорт клубы директоры Әмир Даукаев.
Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” төбәк проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Фото – Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: