+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2021, 12:58

Вирусты туҡтатыу юлы – тик вакцинация

“Коронавирусты туҡтатыуҙың берҙән-бер юлы – тик вакцинация”, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә.

“Коронавирусты туҡтатыуҙың берҙән-бер юлы – тик вакцинация”, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә. Радий Фәрит улы был эште әлеге ваҡыттың төп бурысы тип атаны.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикаға коронавирусҡа ҡаршы барлығы 386 374 доза вакцина килтерелеүен әйтеп китте. Ул республикабыҙҙың теркәлгән өс вакцинаны ла ҡулланыу тәжрибәһе булыуын билдәләне һәм июндә тағы ла 200 меңдән ашыу доза препарат килтереләсәген өҫтәне.
Әлеге мәлдә республикала 339 181 кеше прививканың тәүге компонентын яһатҡан, икенсе компонентын алыусылар – 254 меңгә яҡын.
Аҙаҡҡы тәүлектә ковид инфекцияһы 89 ауырыуҙа асыҡланған. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 37 574-кә еткән. Шуларҙың 94 проценты, йәғни 35 367-һе һауығыуға өлгәшкән. Үткән тәүлектә 95 кеше, сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан.
Бөгөнгө көндә коронавирус йоҡторған 141 сырхау стационарҙа ятһа, 1559-ы табип күҙәтеүе аҫтында өйөндә дауалана.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: