+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2021, 15:08

Сауҙагәрҙәр ҡалаһы

Стәрлетамаҡта “Сауҙагәр 2.0” (“Купец 2.0”) эшҡыуарҙар фестивале үтте.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡта “Сауҙагәр 2.0” (“Купец 2.0”) эшҡыуарҙар фестивале үтте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Стәрлетамаҡ – үҙ тарихын һанлаған, хәтерҙә тотҡан ҡала. Революцияға тиклем ҡаланы үҫтереүҙә тап сауҙагәрҙәр төп көстө тәшкил иткән, ти ойоштороусылар. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторолған фестивалгә атама тап шул айҡанлы һайланған.
Урындағы етештереүселәр, фермерҙар алып килгән тәбиғи деликатестарҙы тәмләү, йәрминкәлә төрлө әйберҙәр һатып алыу, ҡала буйынса экскурсия, махсус туристик майҙансыҡ фестиваль ҡунаҡтарының күңеленә хуш килде, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов ҡаланың үҫешенә өлөш индергән эшҡыуарҙарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: