+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2021, 10:50

Осрашыу йәй башында булыуы ихтимал

Ҡайҙа һәм ҡасан осрашалар, ниндәй мәсьәләләр тураһында һөйләшеүҙәр була?

Ҡайҙа һәм ҡасан осрашалар, ниндәй мәсьәләләр тураһында һөйләшеүҙәр була?
Илебеҙҙең донъя-ара хәле, тышҡы сәйәсәте менән ҡыҙыҡһынып барған һәр кем Рәсәй Президенты Владимир Путин менән АҠШ Президенты Джо Байдендың планлаштырылған осрашыуы тураһында күберәк белгеһе килә.
Кремлдең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков белдереүенсә, стратегик тотороҡлоҡ һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы буласаҡ. Ул, ике ил араһында мөнәсәбәттәр дуҫлыҡ һәм ихтирам принциптары буйынса ҡоролорға тейеш, тине, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары.
Әле осрашыуға әҙерлек бара. Уның көн тәрбите һәм ваҡыты буйынса аныҡ ҡарар ҡабул ителмәгән.
Аҡ Йорт башлығы, Рәсәй етәксеһе менән осрашыу йәй башында булыр, тигән өмөт белдергәйне. Ике дәүләт лидерен Чехия, Финляндия, Швейцария, Австрия һәм Словения ҡабул итергә әҙер булыуҙары тураһында белдерә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: