+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2021, 12:05

Матур ғүмер миҙгеле

Өлкән быуын кешеләренең әүҙем тормош позицияһы бер кемгә лә сер түгел. Улар араһында спорт менән дуҫ булғандар ҙа, бейеүгә йөрөгәндәр ҙә, компьютер технологияһын үҙләштергәндәр ҙә, хатта моделдәр ҙә бар. Өфөнөң ветерандар советы баш ҡалала билдәле модель үҙәген ойоштороусы Елена Лоҡманова менән берлектә ололар өсөн “Өлкән быуын подиумы” тигән сара уҙғара. Быйыл ул дүртенсе тапҡыр уҙҙы.

Өлкән быуын кешеләренең әүҙем тормош позицияһы бер кемгә лә сер түгел. Улар араһында спорт менән дуҫ булғандар ҙа, бейеүгә йөрөгәндәр ҙә, компьютер технологияһын үҙләштергәндәр ҙә, хатта моделдәр ҙә бар. Өфөнөң ветерандар советы баш ҡалала билдәле модель үҙәген ойоштороусы Елена Лоҡманова менән берлектә ололар өсөн “Өлкән быуын подиумы” тигән сара уҙғара. Быйыл ул дүртенсе тапҡыр уҙҙы.
“Өлкән быуын подиумын” икенсе төрлө әүҙем ҡартлыҡ тип атайҙар. Сөнки был клубҡа йөрөүселәрҙең барыһы ла өйҙә ултырған ололар түгел, ә актив йәшәгән өлкәндәр. Уларҙың етәксеһе, Өфө вететандар советы рәйесе Ришат Фәйзрахманов, элекке производство етәксеһе, ошо сараларҙың башында тора. Тап ул Өфөнөң модель бизнесы етәксеһе Елена Лоҡманова менән таныша һәм өлкәндәр өсөн подиум уҙғарыу тәҡдимен индерә. Шунан алып баш ҡаланың һәр ветеран ойошмаһы ошо сарала ҡатнаша башлай.
Мода башлыса оло йәштәге ҡатын- ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән. Сөнки һәр йәштә лә зауыҡлы кейенеү өсөн мөмкинлектәр сикләнмәгән. Ветерандар үҙҙәренең йәшенә тейешле кейем өлгөләрен ҡарарға йыйылһа ла, был сараның төп маҡсаты- йылы осрашыу, буш ваҡытты күңелле, үҙ- ара аралашып уҙғарыу.
-Тормошта күп нимә үҙгәрә бара. Ләкин беҙҙең быуын өсөн әүҙем тормош позицияһы барыбер беренсе урында ҡала. Сәйәхәт итергә, Өфө буйлап экскурсиялар уҙғарырға тырышабыҙ. Мин үҙем Өфөнөң үҙәк райондарының береһендә ветерандар ойошмаһын етәкләйем,- ти клубтың әүҙем ағзаһы Альбина Үтәшева.
Пенсия йәшенә тиклем байтаҡ тәжрибә тупланған. Эшләгән ваҡытта төрлө сараларға бик күп ваҡыт та булмай. Беҙгә хәҙер күберәк экскурсиялар, велосипедтарҙа йөрөү, тауға үрмәләү кеүек сәйәхәттәр тәҡдим итһендәр ине. Сөнки оло кеше өсөн иң мөһиме һаулыҡ тигән теләктәр ҙә булды.
Һуңғы йылдарҙа Өфө мәктәптәрендә ветерандар ҡатнашлығында өс музей асыла. Ул 37-се белем усағында сик буйы даны, 29-сы мәктәптә инженер ғәскәрҙәре, 155-се мәғариф усағында Наташа Ковшоваға арналған музей эшләй башланы.
Шулай уҡ сарала “Һуғыш балалары” тигән яңы документ хаҡында ла фекер алышыу булды. Мәскәүҙә, уны әҙерләүҙә лә республика ветерандар советы вәкилдәре әүҙем ҡатнаша. Был турала оҙаҡламай һуғыш йылы балаларына таныҡлыҡ тапшыра башлаясаҡтар. Әле республикала “Һуғыш балалары” йәмәғәт ойошмаһы үҙәге төҙөлгән.
“Өлкән быуын подиумы”на саҡырылған оло ветеранға оҙаҡламай 100 йәш туласаҡ. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күкрәген орден- миҙалдар биҙәгән ысын яугир Кашаф Әғлетдин улы Сәмиғуллин булды.
Подиум өлкән быуын ҡатын- ҡыҙҙары өсөн йәйге модель өлгөләрен һәм биҙәүеҙестәрҙе күрһәтеү сараһы менән тамамланды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: