+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2021, 10:00

Иң кесеһенә – ете, иң олоһона – 71 йәш

Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге ХХ Республика ҡурай байрамы үтте.

Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге ХХ Республика ҡурай байрамы үтте.
Унда Башҡортостандың 14 районынан һәм 12 ҡалаһынан, Ырымбур, Силәбе, Төмән өлкәләренән 300-ҙән ашыу ҡурайсы, бөтәһе - 82 солист һәм 23 ижади коллектив ҡатнашты.
Гран-прины быға тиклем төрлө конкурстар дипломанты һәм лауреаты булған Өфө ҡалаһынан Айрат Ҡарасов яуланы. Ул Салауат музыка колледжын тамамлаған.
Ансамблдәр араһында беренсе урынды үҙ номинацияларында Белорет ҡалаһынан "Инеш", Сибайҙан Камил Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжының ҡурайсылар ансамбле һәм Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының "Яйыҡ" халыҡ ҡурайсылар ансамбле алды.
Шәхси башҡарыусылар араһында үҙ номинацияларында беренсе урынға Силәбе өлкәһенән Алмаз Бикмәтов, Туймазынан Радмир Ғүмәров, Стәрлетамаҡтан Динар Абдуллин, Учалынан Арсен Килмөхәмәтов сыҡты.
Иң йәш башҡарыусы Октябрьский ҡалаһынан ете йәшлек Нелли Антанайтис булһа, иң оло ҡурай уйнаусы тип 71 йәшлек Сибайҙан Шайморат Йәнбәков табылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: