Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, һауа температураһы Салауат ҡалаһында +35 градусҡа еткән. Өфө-Дим аэрологик станцияһы +32 градус эҫелек теркәгән. 1967 йылдың 23 майында +31,5 градус эҫе булған.
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр хәҙмәте белдереүенсә, Башҡортостандың 29 районында V класс янғын хәүефһеҙлеге иғлан ителгән. Исемлеккә ингән райондар: Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡараиҙел, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы, Фёдоровка, Хәйбулла, Саҡмағош. Шулай уҡ сикләүҙәр Өфө ҡалаһы биләмәһенә лә ҡағыла.