+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2021, 20:41

Таң ҡыҙы

Ул шофер булып эшләй башлағас, тәүгеләрҙән булып “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан Әнисә Таһирова очерк яҙып сыға. “Мөнирәнең юлы” тигән мәҡәләлә Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Паша Ангелина исемендәге премия лауреаты, Кушнаренко районының почетлы гражданы Мөнирә Шәйбәкова кеүек ябай ер кешеләренең бөтә хеҙмәт батырлығы сағылдырыла. Ул ваҡытҡа хәтһеҙ йылдар үткәс, билдәле шофер апай хаҡындағы очерк йәнә журналыбыҙҙа донъя күрә. Кушнаренко районында Мөнирә Шәйбәкова менән сираттағы осрашыуыбыҙ - уның “Таң ҡыҙы” тигән китабының исем туйы булды.

Әле совет йылдарында ҡатын- ҡыҙға шоферлыҡҡа уҡыу үҙе бер батырлыҡҡа тиң күренеш. Ауыр йөк машинаһын түгел, еңел автомашина йөрөтөүселәр ҙә бик һирәк ине. Шул заманда “Большевик” колхозынан тал сыбығындай нәҙек, сибек кенә ҡыҙ Мөнирә шоферҙар курсына уҡырға китә. Әнисә апай Таһирова очеркынан: ”Мөнирә маҡсатына ирешә, курстар тамамлап, тыуған колхозына шофер булып эшкә ҡайтты. Ләкин алда уны оло һынауҙар көткән икән әле. Башта Мөнирәгә машина бирмәй йөҙәтәләр. Ҡыҙ комбайнер ярҙамсыһы булып эшләй йөрөй...”
Мөнирә Шәйбәкова колхозда эшкә ингәс, ғәҙәти булмаған һөнәргә эйә булған ҡатын- ҡыҙ булараҡ уға күп ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә. Хеҙмәт юлын шофер булып башлай һәм уның ахырынаса ошо һөнәренә тоғро ҡала. “Газ-51” машинаһын йөрөтә, унан ҡыҙҙы бензовозға ултырталар, ҡыҫҡаһы уның хужалыҡта йөрөмәгән бер техникаһы ла ҡалмай. Көндөҙ колхоз эшенә яғыулыҡ- майлау материалдары ташый, кәрәк булһа кешеләрҙе ултыртып эшкә алып бара. Ә кис көндәре уны иген ташырға ла сығаралар. Көндө төнгә ялғап эшләгән ауыл эшсәндәре араһында Мөнирә лә ал ял белмәй эшләй. Шофер Мөнирәнең еңел булмаған юлы, хеҙмәт батырлығы хаҡында гәзит- журнал биттәрендә очерк-баҫмалар, һүрәтләмәләр, поэмалар яҙыла бара. Бөгөнгө көнгә мәҡәләләр ҙә, фотолар ҙа шаҡтай йыйыла.
Мөнирә апай шуларҙы бергә туплап китап сығарыу ниәте менән яна башлай. Кушнаренко районын ойоштороуҙың 90 йыллығын билдәләгән ваҡытҡа китап нәшер ҙә ителә. Унда автор:”Был китапты ғүмер юлыма бер байҡау булараҡ ҡабул итегеҙ. Ташҡа баҫылған йыйынтыҡ яҡташтарыма иҫтәлекле йәдкәр, туғандарға, дуҫтарға, киләсәк быуынға ғүмерлек иҫтәлек булараҡ барып ирешһен ине”, - тип яҙа.
“Таң ҡыҙы” тигән китапты нәшер итеүҙә авторға “Ҡыҙыл таң” гәзите журналистары иҫ киткес ҙур ярҙам күрһәтә. Башлыса китап баҫма башланғысы һәм ярҙамы менән донъя күрә. Уның йыйыусыһы, гәзиттең яңылыҡтар бүлеге мөдире, Кушнаренко ҡыҙы Резида Вәлитова, мөхәррире Рәзилә Низамовалар китаптың исем туйында ла ҡатнашты. Был сараны Кушнаренко районы халҡы ҙурлап, ололап үткәрҙе. Сөнки шофер, комбайынсы булып эшләгән кешенең китап сығарыуы үҙе бер ҡаҙаныш.
Дөйөм алғанда ла Кушнаренко районында биш шофер ҡатын- ҡыҙ йәшәй. Республикала башҡа ундай бер район да юҡ.
Селтәр биттәрендә уларҙың һәр береһе хаҡында һүрәтләмә бирербеҙ тигән ниәтебеҙ ҙә бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: