+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2021, 15:37

“Йәш ғалимәләргә ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар кәрәк”

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты етәксеһе Лилиә Ғүмәрова “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” форумында республикабыҙҙа йәш ғалимәләргә ярҙам күрһәтеү буйынса пилот проекты булдырырға тәҡдим итте.

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитететы етәксеһе Лилиә Ғүмәрова “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” форумында республикабыҙҙа йәш ғалимәләргә ярҙам күрһәтеү буйынса пилот проекты булдырырға тәҡдим итте.
Сенатор сара сиктәрендә ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙ-ғалимәләр һәм замандың ҙур һынауҙары” тигән майҙансыҡта төбәктәрҙә ғалимәләргә ярҙам итеүгә өҫтәмә иғтибар кәрәк булыуы хаҡында һөйләне.
Ул Рәсәй фәнендә ғалимәләрҙең 39,1 процент булыуын билдәләне, ә донъяла иһә, дөйөм алғанда, 30 проценттан да аҙыраҡ. “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың таланты, ғилми потенциалы тулыһынса файҙаланылғанда, фәнни-технологик алға китеш тағы ла ҙурыраҡ булыр ине”, – һыҙыҡ өҫтөнә алды Лилиә Ғүмәрова. Уның фекеренсә, талантлы ҡыҙҙарҙы – олимпиадалар еңеүселәрен үҫтереүгә айырым иғтибар кәрәк.
Лилиә Салауат ҡыҙы Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы, Башҡортостандың профилле ведомстволары менән берлектә йәш ғалимәләргә ярҙам күрһәтеү буйынса тәҡдимдәрҙе анализларға, республикала был өлкәлә пилот проекты булдырып, уны тормошҡа ашырырға тәҡдим итте.
“Федерация Советы комитеты шулай уҡ ғалимәләрҙе хуплауға, Фән һәм технологиялар йылында асылған яңы мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, илебеҙ фәнен үҫтереүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәр өҫтөндә эшләүгә ҡушылырға әҙер”, – тине сенатор.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: