-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2021, 19:55

Ишле ғаилә көслө булһын өсөн

Өфөлә уҙған “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” форумындағы майҙансыҡтарҙың береһендә күп балалы ғаиләләрҙең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы.

Өфөлә уҙған “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” форумындағы майҙансыҡтарҙың береһендә күп балалы ғаиләләрҙең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы.
“Күп балалы ғаилә – ул уңыш! Күп – ул нисә?” тигән секциялағы фекер алышыуҙарҙы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова алып барҙы.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар хәҙерге замандағы ҙур ғаилә тормошоноң төрлө яҡтарын тикшерҙе, балалы ғаиләләр өсөн инфраструктура булдырыу, әүҙем ғаиләләрҙе берләштереү, бала үҫтереүсе ғаиләләрҙең тормошон яҡшыраҡ итеү өсөн дәүләт, бизнес һәм йәмәғәтселектең тырышлығын туплау хаҡында әңгәмәләште.
Рәсәй Йәмәғәт палатаһының ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Сергей Рыбальченко ғаиләләрҙе социаль яҡлау хаҡында бер нисә тәҡдим әйтте. Бер ғаиләлә өс бала тыуғанда аталыҡ капиталы биреү – шул тәҡдимдәрҙең береһе. Ул шулай уҡ өсөнсө бала тыуғанда әсәлек капиталын башҡа йүнәлештәрҙә файҙаланыу мөмкинлеген киңәйтергә, шул иҫәптән ғаилә автомобилен һатып алыу мөмкинлеген бирергә тәҡдим итте.
Майҙансыҡта Пермь крайында тормошҡа ашырылған “Социаль контракт: бергә уҡыйбыҙ!” курсы менән таныштырҙылар. Ул социаль контракт алыусыларға ярҙам маҡсатында эшләнгән һәм үҙ проектыңды дөрөҫ күрһәтергә, кәрәкле документтарҙы йыйырға өйрәткән дәрестәр серияһынан тора. Республикабыҙҙың “МногодетОК” тигән ғаиләләр берләшмәһе етәксеһе Ирина Сухарева әүҙем ғаиләләрҙе туплаусы проект хаҡында һөйләне. Ул 2020 йылдың декабренән Каринэ Хәбирова тәҡдиме буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” Академияһында ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә рәхмәт белдерҙе һәм, республикалағы әсәйҙәрҙең һәм балаларҙың тормошон тағы яҡшыраҡ, уңайлыраҡ итеү өсөн, әйтелгән тәҡдимдәрҙе закондар сығарыу кимәлендә ҡарау зарурлығын билдәләне.
Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: