+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2021, 14:55

Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Бойороҡҡа Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Бойороҡҡа Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Шулай итеп, Дамир Ғәлиуллин Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Белешмә
Дамир Ғәлиуллин 1985 йылда Нефтекама ҡалаһында тыуған. «Финанс һәм кредит» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, шулай уҡ «дәүләт һәм муниципаль идара итеү» йүнәлеше буйынса Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында яңынан әҙерлек үткән.
2004-2014 йылдарҙа — эшҡыуар.
2018-2020 йылдарҙа — Нефтекама ҡалаһының йәштәр һәм социаль проекттарҙы үҫтереү, эшҡыуарҙар үҙәге рәйесе.
2019-2020 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының саҡырылған уҡытыусыһы.
2020-2021 йылдарҙа — Нефтекама хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты һәм йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен үҫтереү буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: