+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2021, 08:30

Хаҡлы ялдағылар өсөн республика буйлап бушлай экскурсиялар

Хаҡлы ялдағыларҙы «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты сиктәрендә республика буйлап бушлай экскурсияларға саҡыралар.

Хаҡлы ялдағыларҙы «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты сиктәрендә республика буйлап бушлай экскурсияларға саҡыралар.
Проект 2020 йылдың сентябрендә эшләй башланы. Ул Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан туристик объекттар буйлап бушлай бер көнлөк сәфәргә сығыуҙы күҙ уңында тота һәм оло быуын вәкилдәрен тыуған яҡ «ынйылары», мәҙәни мираҫ менән таныштырырға мөмкинлек бирә.
Әлеге көндә түбәндәге йүнәлештәр буйынса экскурсияларҙы һайларға мөмкин:
— Шихан Торатау – Воскресенск ауылы;
— Ҡыҙыл шишмә;
— Красноусол курорты – Ташаҫты;
— Бөрө – сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр ҡалаһы;
— «Нарыҫтау» туристик базаһы – «Изге Ғәли» шишмәһе;
— «Святые кустики» ир-егеттәр монастыры;
— Бөрө – тарихы һәм хәҙергеһе.
Проектта ҡатын-ҡыҙҙарға – 55, ә ир-аттарға 60 йәштән башлап ҡатнашырға мөмкин.
Бушлай экскурсияға барыу өсөн «Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм» сайтында теркәлергә кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: (347) 235-84-37.
"Башинформ" мәғлүмәттәр агентлығы.
Читайте нас: