-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2021, 09:15

Хәүеф үтә юғары

Ғәҙәттән тыш эҫе көндәр ерҙә булған дымды юҡ итте. Былтырғы ҡоро үлән дары хәленә етеп кипте.

Ғәҙәттән тыш эҫе көндәр ерҙә булған дымды юҡ итте. Былтырғы ҡоро үлән дары хәленә етеп кипте.
Шырпы килтер, хәҙер дөрләп янып китәсәк. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр хәҙмәте белдереүенсә, Башҡортостандың 23 районы биләмәһендәге урмандарҙа бишенсе класлы янғын хәүефе һаҡлана. Был райондар исемлегенә Әбйәлил, Әлшәй, Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Илеш, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Фёдоровка, Хәйбулла, Саҡмағош инә.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының 2021 йылдың 14 майындағы бойороғона ярашлы, 15 майҙан 4 июнгә тиклем Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондарында граждандарға һәм транспорт сараларында урманға сығыу сикләнде. Янғынға ҡаршы режим шарттарын боҙған кешеләргә – 4-5 мең, ойошма-предприятиеларға 300 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: