+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2021, 09:00

Эҫе көндәрҙең тәүге ҡорбаны

Май айының был тиклем эҫе тороуын ололар ҙа хәтерләмәй.

Май айының был тиклем эҫе тороуын ололар ҙа хәтерләмәй.
Эйе, эҫе көндәрҙә беҙ һыу буйҙарына ашығабыҙ. Унда кешене көтөлгән ял ғына түгел, ә хәүеф тә һағалай. Республикала 2021 йылда һыуға батҡандарҙың күңелһеҙ иҫәбе асылды ла инде. Шаршамбы көнө Саҡмағош районының Филипповка ауылынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына һыуға батҡан кеше тураһында хәбәр килә. Ҡотҡарырусылар быуанан 1972 йылғы ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһен таба.
Шул уҡ көндө Өфөнөң Һупайлы биҫтәһе тапҡырында 30 йәшлек ир Ҡариҙелде йөҙөп сығырға була. Тик йылға уртаһына барып еткәс, хәле бөтөүен тоя. Ярҙам һорап ҡысҡыра башлай. “Ҡояш яры” пляженда дежурҙа торған ҡотҡарыусылар уның тауышын ишетә һәм батып барыусыны бәләнән аялап алып ҡала.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һыу инеү миҙгелен ваҡытынан алда асмау тураһында граждандарға мөрәжәғәт итә. Пляждар иһә 1 июндә генә рәсми эшләй башлай.
Быйыл Башҡортостанда махсус йыһазландырылған 90 һыу төшөү урыны аттестация үтте, тип белдерә Роспотребнадзор хеҙмәте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: