+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2021, 09:46

Һауа шарҙары хәүефле

Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында сығарылыш кисәләре алдынан БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һауа шарҙары, светодиодлы шарҙар, “ҡытай фонарҙары” ҡулланыуҙан баш тартырға, биҙәү өсөн дә шарҙарҙы тотоноуҙы кәметергә тәҡдим итә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында сығарылыш кисәләре алдынан БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һауа шарҙары, светодиодлы шарҙар, “ҡытай фонарҙары” ҡулланыуҙан баш тартырға, биҙәү өсөн дә шарҙарҙы тотоноуҙы кәметергә тәҡдим итә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Сара “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһы” федераль проектына булышлыҡ сиктәрендә үтә.
Йыл һайын Рәсәй буйынса ҙур сараларҙа миллиондарса һауа һәм гелий шары осорола. Латекс бер нисә йыл буйы тарҡала, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерә. Бынан тыш, күп йәнлектәр уны аҙыҡ тип ашай, ҡоштар иһә бау-ептәрҙә бутала, был уларҙы һәләкәткә килтерә. Һауаға осоролған “ҡытай фонарҙары”ның сымдан торған тирәсенә ҙур булмаған хайуандар эләгә лә сыға алмай. РФ Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрлығы хәбәр итеүенсә, бындай фонарҙар янғын сәбәпсеһе булған осраҡтар ҙа бихисап.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һауаға шарҙар, янған фонарҙар ебәреүҙе кәметеүҙең маҡсатҡа ярашлы булыуы хаҡында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү маҡсатында муниципаль берәмектәргә хаттар ебәргән.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: