+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2021, 08:46

365 китап цифрлаштырылған

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала китап ҡомартҡыларын цифрлаштырыу буйынса эштәр дауам итә. Әле 365 баҫма һанлы форматҡа күсерелгән.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала китап ҡомартҡыларын цифрлаштырыу буйынса эштәр дауам итә. Әле 365 баҫма һанлы форматҡа күсерелгән.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
2021 йылда ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге фондынан 100 уникаль китапты цифрлаштырыу ҡаралған. Уларҙың 50-һе “Башҡортостан Республикаһының электрон милли китапханаһы” сайтында урынлаштырылған да инде, тип белдерә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Һанлаштырыу китап ҡомартҡыларын һаҡлауҙы һәм уларҙы файҙаланыу өсөн уңайлы итеүҙе тәьмин итә. Цифрлаштырыу өсөн һайланған бөтә баҫмалар ҙа юғары рухи һәм матди ҡиммәткә, айырым тарихи, фәнни һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә”, – тип билдәләй Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин.
Һанлаштырылған баҫмалар менән “Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы” сайтында танышырға мөмкин буласаҡ: http://ebook.bashnl.ru/.
Цифрлаштырыу эше “Мәҙәниәт” милли проекты һәм “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проекты сиктәрендә башҡарыла.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: