+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2021, 22:52

Сәйәсәттә лә, иҡтисадта ла гүзәл заттар күберәк булырға тейеш

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында барған “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә “Бәхет һиндә” тигән телевизион майҙансыҡ ойошторолдо. Популяр алып барыусылар Арина Шарапова менән Дмитрий Каретко ҡатнашлығындағы әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәге юғары ролен билдәләне.

– Беҙҙең Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары власть органдарындағы етәксе вазифаларға әүҙем килә, – тине ул. Радий Фәрит улы етәксе ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр эшкә үтә яуаплы ҡарауын һәм был тәңгәлдә күп ир-егеттәргә өлгө булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙ-сәйәсмәндәр менән һөйләшеп килешеүе ҡатмарлыраҡ булыуын таныйым. Был иһә бик яҡшы. Тимәк, ҡарарҙар ҡабул итеү кимәле лә, уларҙы тормошҡа ашырыуға контроль дә үтә юғары булырға тейеш. Сөнки ҡатын-ҡыҙ-етәкселәр чиновниктар кеүек кенә түгел, әсә булараҡ та фекер йөрөтә. Йәмғиәтебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәсәттә лә, иҡтисадта ла күберәк булырға тейешлеген аңлау артыуы бик һәйбәт, – тип билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” асыҡ Академияһы проектын ыңғай баһалап үтте.
– Мин проект саралары уҙған ҡайһы бер ҡалаларҙа һәм райондарҙа булдым, һәм гүзәл заттар өсөн был проекттың әһәмиәтен күрҙем, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙа ойошторолған медицина консультацияларынан алып уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙарға тиклем – бөтәһе лә бик файҙалы. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”ндә һәр гүзәл зат үҙе өсөн мөһим һәм файҙалы нәмә таба.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: