-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2021, 14:04

Мәктәптә ҡорал тотоп килгән

Санкт- Петербург ҡалаһында 17 йәшлек 11 класс уҡыусыһы мәктәпкә хәрби экипировка һәм ҡорал тотоп килгән. Уны белем усағының ишек төбөндә үк һаҡ хеҙмәткәре туҡтатҡан һәм тейешле органдарға хәбәр иткән.

Никитаны белем усағына индермәгәндәр. Төрлө сығанаҡтар уҡыусының ҡылығын былай аңлатҡан. Ул фотосессия , ә икенсе баҫмалар билдәләүенсә театрлаштырылған тамаша өсөн, махсус кейенгән булған, ә пистолетында пластмасс патрондар. Егет мәктәп , ата- әсәләрҙең реакцияһы хаҡында уйланмаған. Хәҙер “актер" менән тәфтишселәр эшләй. Уның өйөнә тентеү менән барғандар.
Мәктәптә малайҙы яҡшы яҡтан билдәләгәндәр. Сығанаҡтар уҡыусының компьютерҙа атыш уйындары менән мауығыуын, үҙен шуларға оҡшатып хәрби кейем арсеналын да тулыландыра барыуын да яҙа.
фото лента.ру сайтынан
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: