Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән күренекле яҡташыбыҙ, билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов “Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы” тигән исемгә лайыҡ булды. Ошо көндәрҙә ул илдең юғары наградаһын алып шатлығы менән уртаҡлашты. Күптән түгел Башҡорт опера һәм балет театрында уның режиссер дебюты “Дон Кихот” операһы сәхнәгә сыҡты.
Асҡар Абдразаҡов күренекле башҡорт кинорежиссеры Әмир Абдразаҡовтың өлкән улы. Был ғаиләлә бөтә донъя кимәлендә билдәле ике опера йырсылары – Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар тәрбиәләнгән. Улар Рәсәйҙе генә түгел, Башҡортостаныбыҙҙы ла киң даирәгә билдәле иткән башҡарыусылар, хеҙмәттәре бөтә ер шарында юғары баһаланған
Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған был документта ла Асҡар Абдразаҡовтың опера сәнғәтенә индергән өлөшө һәм уның оҙаҡ йылдар фиҙәҡәр хеҙмәте билдәләнгән.
Мәғлүм булыуынса, күптән түгел Башҡорт опера һәм балет театрында Асҡар Абдразаҡов үҙен тәүге тапҡыр режиссер булараҡ танытты. Жюль Массненың “Дон Кихот “операһы режиссеры булды һәм төп партияларҙың береһен башҡарҙы.