+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2021, 13:08

Өфө урамдарында – 20 мең велосипедсы

23 майҙа Өфөлә “1000 велосипедсы көнө” үткәрелә. Сара быйыл унынсыға ойошторола. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

23 майҙа Өфөлә “1000 велосипедсы көнө” үткәрелә. Сара быйыл унынсыға ойошторола.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Велосипедсылар 10.30 сәғәттә Ленин исемендәге майҙанда старт ала һәм, ҡаланың үҙәк урамдары буйлап һалынған туғыҙ саҡрым оҙонлоғондағы маршрутты үтеп, Салауат Юлаев майҙанына тиклем бара. 12.00 – 16.00 сәғәттәрҙә интерактив станцияларҙа булып, “АшМаркет” ризыҡ фестивалендә тамаҡ ялғай, бейеү буйынса оҫталыҡ дәресендә, костюмдар бәйгеһендә, экология акцияһында ҡатнаша ала.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҙур спорт сараһында 20 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә.
“1000 велосипедсы көнө” “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” төбәк проекты һәм республикала иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылы сиктәрендә ойошторола.
Фестивалде “Башҡортостан Республикаһының велосипедсылар берлеге” төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы Өфө ҡала хакимиәте ярҙамында ойоштора.
Сара мәлендә ҡайһы бер урамдарҙа хәрәкәт сикләнә. Был хаҡта өҫтәмә мәғлүмәттәр Өфө ҡала хакимиәте сайтында бар.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: