+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2021, 13:22

Башҡорт һандуғасына һәйкәл

Иглин районының Ҡобау ырыуы вәкилдәре күренекле яҡташтары, тенор- йырсы, башҡорт һандуғасы Мәғәфүр Хисмәтуллинға Өфөлә һәйкәл асыу тәҡдимен күтәреп сыҡты. Был турала төбәктең ырыу йыйында килешелде.

Иглин районының Ҡобау ырыуы вәкилдәре күренекле яҡташтары, тенор- йырсы, башҡорт һандуғасы Мәғәфүр Хисмәтуллинға Өфөлә һәйкәл асыу тәҡдимен күтәреп сыҡты. Был турала төбәктең ырыу йыйында килешелде.
БАССР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин Иглин районының Яңы Ҡобау ауылында тыуып үҫкән. Йырсы Башҡорт опера һәм балет театрының тәүге труппаһының солисы булараҡ хеҙмәт юлын башлаған һәм бөтә ғүмерен опера сәнғәтенә арнаған. Уны башҡорт һандуғасы тип тә йөрөтәләр. Ул “Салауат Юлаев” операһынан Салауат арияһын тәүге башҡарған тенорҙарҙың береһе лә. Уның популярлығы ғәйәт ҙур була. Мәғәфүр Хисмәтуллинды “Урал”, “Азамат” “Байыҡ” “Һандуғас” йырҙарын оҫта башҡарған йырсы булараҡ та яҡшы беләләр ине.
Иглин районында балалар сәнғәт мәктәбе Мәғәфүр Хисмәтуллиндың исемен йөрөтә.
Йыйында Ҡобау ырыуы вәкилдәренең советы һайланды һәм улар данлыҡлы яҡташтарының исемен мәңгеләштереүҙе дауам итмәксе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: