+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2021, 15:36

“Ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән, бөтә ерҙә бәхет бар”

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” асыҡ Академияһы саралары башланды.

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” асыҡ Академияһы саралары башланды.
Хәйриә проектының авторы – республикабыҙ Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова. Проекттың маҡсаты – ҡатын-ҡыҙҙарға социаль йәһәттән, эшлекле өлкәлә һәм ижади тәңгәлдә үҙҙәрен асырға булышлыҡ итеүсе майҙан булдырыу. Форум беренсе тапҡыр федераль кимәлдә ойошторола. Уға республикабыҙҙан егәрле һылыуҙар һәм ханымдар, бөтә Рәсәйҙән билдәле ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды.
Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, унда ҡатнашыусы гүзәл заттарҙы сәләмләне.
“Барығыҙҙы ла “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” форумы асылыуы менән тәбрикләйем. Беҙ республиканың бөтә ҡалаларында һәм ҙур район үҙәктәрендә проект сараларын үткәрҙек тә инде. Бына хәҙер Башҡортостандың баш ҡалаһына йыйылдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Асыҡ Академия командаһына ифрат мөһим эштәре өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Бында һәр ҡатын-ҡыҙ үҙе өсөн әһәмиәтлене таба, талантын, оҫталығын аса ала. Ә беҙ, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хыялдары тормошҡа ашһын өсөн, үҙебеҙгә бәйле булғандың бөтәһен дә эшләрбеҙ”.
Каринэ Хәбирова “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе”нең тәү тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙыуын билдәләне.
“Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, йылылыҡ, йәм, йылмайыу бүләк итергә тейешбеҙ. Беҙҙең көс-ҡеүәттән балаларыбыҙ, ир-егеттәребеҙ һәм ата-әсәләребеҙ илһам ала. Стәрлетамаҡ ҡалаһында тәүге форумды үткәргәндән һуң бик күп матур фекерҙәр ишеттек һәм бындай акцияларҙы бөтә республика буйлап уҙғарырға булдыҡ. “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” гүзәл заттарға үҙен күрһәтеү, үҙенең, шулай уҡ ғаиләһенең тормошон үҙгәртеү өсөн ниндәйҙер яңылыҡ табыу мөмкинлеген бирә”, – тине ул.
Башҡортостандан сенатор Лилия Ғүмәрова форумда ҡатнашыусыларға Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. “Проект асылғандан алып әллә ни күп ваҡыт та үтмәгән кеүек, ләкин меңдәрсә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен яратырға һәм бәхетле булырға өйрәнде. Ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән, бөтә ерҙә лә бәхет бар”, – тине Лилиә Ғүмәрова.
Форум ике көн барасаҡ. Йыйылыусылар бөгөн эшлекле программала ҡатнашһа, иртәгә уларҙы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.
Сара ҡунаҡтары – Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Алена Яковлева, Ольга Баталина, Валентина Пешкова, Нюта Федермессер, Петр Кучеренко, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор, Александр Семин. Улар башҡаларҙы илһамландырырлыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Асыҡ Академия сараларының Президент гранттары фонды һәм Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү фонды ярҙамында тормошҡа ашырылыуын билдәләп китәбеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: