+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2021, 08:40

Ҡағиҙә боҙоу фажиғәгә килтерә

Өфөлә Сельская Богородская урамында йөк машинаһы 13 йәшлек баланы тапатты.

Өфөлә Сельская Богородская урамында йөк машинаһы 13 йәшлек баланы тапатты.
Юл эштәре башҡарған урында “Гастело” стадионына боролған ваҡытта 38 йәшлек “КамАЗ” йөк машинаһы водителе велосипедта барған баланың өҫтөнә менеп китә. 7 класта уҡыған малай шул урында йән бирә.
ЮХХДИның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, юл эштәре барыуын күрһәтеүсе знактар ҡуйылмаған була. Эш башҡарыусыларға ҡарата административ боҙоуҙар тураһында протокол төҙөлгән. Тик бала ғүмерен кире ҡайтарып булмай инде. Ололарҙың һаҡһыҙлығы шундай фажиғәгә килтерә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: