-22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2021, 11:39

Һыу инеү миҙгеленә рәсми пляждар билдәләнгән

Аномаль эҫе көндәр кешеләрҙе йылға- күлдәргә ҡыуа. Өфөлә рәсми рәүештә хәүефһеҙ пляждар билдәләнгән.

Аномаль эҫе көндәр кешеләрҙе йылға- күлдәргә ҡыуа. Өфөлә рәсми рәүештә хәүефһеҙ пляждар билдәләнгән.
- Киров районында “Ҡояшҡай” ял урыны;
- Ленин районында “Водник” стадионы тирәһендәге пляж;
- Нижегородка биҫтәһендә “Аҡ Яр”;
- Октябрский районында “Берег солнца”, Сипайловские сочи”;
- Калинин районында “Песчаный”, Теплое күле янында “Гольфстрим”, “Райский берег”;
-Дим районында “Карьерное”.
Был пляждарға муниципаль райондар һыу инеү миҙгеленә әҙерлек алып бара. Ял зоналары төҙөкләндерелә, йылға буйҙары һәм һыу төптәре хәүефһеҙлеккә тикшерелә. Рәсми властар миҙгел асылғансы тиклем, һыу инеүҙән туҡтап торорға кәңәш итә. Сөнки бөгөнгә батып үлеүселәр исемлеге шаҡтай ҙурая бара. Был фажиғәләрҙең сәбәбе рөхсәт ителмәгән урында һыу инеү, хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в