+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2021, 12:10

Ярыммарафон көтөлә

30 майҙа Өфөлә “ЗаБег.РФ” ярыммарафоны үтә. Ил буйынса 150 мең кеше бер үк ваҡытта стартҡа баҫа. Ҡатнашыусылар 5, 10 йә 21,1 саҡрым араны йүгереп үтә ала. Балалар өсөн 1 километрлыҡ трасса әҙерләнгән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

30 майҙа Өфөлә “ЗаБег.РФ” ярыммарафоны үтә.
Ил буйынса 150 мең кеше бер үк ваҡытта стартҡа баҫа. Ҡатнашыусылар 5, 10 йә 21,1 саҡрым араны йүгереп үтә ала. Балалар өсөн 1 километрлыҡ трасса әҙерләнгән.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Йүгереүҙә ҡатнашыусыларға стартта Өфө ҡалаһы символы төшөрөлгән футболка бирелә, финишта уникаль миҙал тапшырыла, тип белдерә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
“ЗаБег.РФ” ярыммарафоны 2017 йылдан алып йыл һайын үткәрелә. Тәүге йылда Рәсәйҙең 10 ҡалаһы ҡатнашһа, быйыл марафон илдең 85 ҡалаһында уҙа.
Ярыммарафон “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: