+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2021, 11:10

Талҡаҫ күле яҡлауға мохтаж

Баймаҡ районындағы халыҡтың иң яртҡан ял итеү урыны дәүләт яҡлауына мохтаж булыуын йәмәғәтселек даими күтәрә.

Баймаҡ районындағы халыҡтың иң яртҡан ял итеү урыны дәүләт яҡлауына мохтаж булыуын йәмәғәтселек даими күтәрә.
Ниһайәт, проблеманың ыңғай хәл ителеүе төҫмөрләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Талҡаҫ күленә махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын бирергә ҡушты. Республиканың Экология министрлығы күл биләмәһендә рөхсәт ителгән эшмәкәрлек сиктәрен һәм режимдарын проектлау эшен башланы ла инде, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
15 майҙа Баймаҡ районында муниципалитеттар һәм ер аҫты тәбиғәт байлыҡтарын үҙләштереү менән шөғөлләнгән компаниялар ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә Республика Башлығы: «Беҙ республикала Башҡортостан халҡын борсоған барлыҡ мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә һөйләшеп килештек. Мин Талҡаҫ күленә һәм уның тирә-яғындағы зонаға махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын бирергә ҡуштым. Юғиһә беҙ был хәлде еңә алмаҫбыҙ. Әлбиттә, бында төплө ҡараш кәрәк. Шуға беҙ экологик талаптар, тәбиғәтте һаҡлау һәм биләмәләрҙе иҡтисади үҫтереү араһында тиҙгелек табырға тейешбеҙ», — тип билдерҙе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: