+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2021, 19:37

Сибайҙа хеҙмәт коллективтары әүҙем прививка эшләтә

Сибай ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, кешеләргә прививка яһатыу уңайлыраҡ булһын өсөн, күсмә вакцинациялау бригадалары ойошторған. Алдан бирелгән заявкалар буйынса, улар ойошмалар һәм предприятиеларға үҙҙәре бара.

Бөгөн күсмә бригада, Сибай күп йүнәлешле һөнәри колледждында булып, 23 хеҙмәткәргә прививка эшләгән.
– Беҙ халыҡтың һәм ойошмалар етәкселәренең әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтеүенә бик шатбыҙ. Һәр ҡайҙа ла вирус эләктереп, ауырып китеү ихтималлығы бар. Эш ҡыҙыу ваҡытта, мәҫәлән, имтихандар осоронда колледж хеҙмәткәрҙәренә сирҙән һаҡланыу айырыуса мөһим, – ти Сибай дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов. – Вакцинациялау буйынса күсмә бригадалар эшен артабан да дауам итәсәкбеҙ, райондың башҡа ойошмалары ла уларҙың килеүен һорай.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: