+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2021, 12:22

Әсә телен һайлайыҡ

Башҡортостан һәм Татарстан парламентарийҙары туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса берлектәге осрашыу үткәрҙе. Күрше республиканың Аҡтаныш районында уҙған сарала Башҡортостандың Дәүләт- Йыйылышы Ҡоролтай һәм Татарстандың Дәүләт Советының мәғариф, мәҙәниәт һәм фән буйынса комитет ағзалары фекер алышты. Сөнки әлеге ваҡытта беренсе класҡа ҡабул итеү, башланғыс мәктәптән урта звено һәм юғары кластарға күсеү осоро бара. Әсә телен һайлау буйынса ата- әсәләрҙең уйлап яҙылған ғаризаһы хәл иткес роль уйнаясаҡ.

Билдәле булыуынса, республиканың Дәүләт- Йыйылышы Ҡоролтай депутаттары милли мәктәптәрҙең статусы хаҡында закон проекты төҙөнө. Дәүләт Думаһы был проектты ҡайтанан эшләүгә ҡайтарҙы һәм түңәрәк өҫтәл уҙғарыу хаҡындағы депутаттарҙың тәҡдимен хупланы.
Дәүләт- Йыйылышы Ҡоролтайҙың вице- спикеры Эльвира Айытҡолова, әсә телен өйрәнеүҙә ата- әсәләрҙең, йәмәғәтселәрҙең, парламентарийҙарҙың берлектәге позицияһы кәрәк тип иҫәпләй.
- Бер төбәк түгел, ә милли республикаларҙың барыһы ла әсә телен өйрәнеүгә үҙ фекерен белдерергә тейеш,- тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Әле ата- әсәләрҙең, йәмәғәтселәрҙең позицияһы күпте хәл итә. Шул иҫәптән туған телдәрҙе өйрәнеүҙә лә уйлап яҙылған ғаризалар мөһим роль уйнай.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: