+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2021, 14:15

Мәктәптәрҙә хәләл туҡланыу

Яңы уҡыу йылынан Башҡортостандың 9 мәктәбе хәләл ризығы менән туҡланасаҡ. Бөгөн Шишмә, Дәүләкән, Архангел, Нуриман, Иглин, Балаҡатай, Благовар, Салауат, Миәкә райондары хәләл стандартына ярашлы сертификат алды.

Башҡортостан Үҙәк Диниә назаратының матбуғат секретаре Ғәзиз Йосопов билдәләүенсә, аҙыҡ- түлек етештереүҙе хәләл нормаларына килтереү- туҡланыу предприятиеларының һәм Диниә назаратының берлектәге хеҙмәте.
- Балаларҙың ҡайһы берҙәре мәктәп ашханаһына йөрөмәй. Йә ас ултыралар, йә өйҙән тамаҡ ташыйҙар. Мәктәп туҡланыуына дәғүә белдерәләр. Хәләл системаһы үҙе үк аҙыҡтың хәүефһеҙлеген дә талап итәсәк, - тине яуаплылығы сикләнгән “Туҡланыу үҙәге” директоры Ынйы Әхмәҙуллина.
Бынан ары республиканың 42 мең ата- әсәһе мәктәптәге туҡланыу сифаты менән ҡәнәғәт буласаҡ тип фекерҙәре менән уртаҡлашты предприятие етәксеһе.
Мәғариф учреждениеларына хәләл стандартын индереү бизнес вәкилдәренә лә асыҡ һәм сифат өсөн эшләргә юл аса. Был маркировкаға тулыһынса ышанырға буласаҡ, ти белгестәр.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: