+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2021, 10:31

“Яңы Моң” проекты финалистары хәйриә концертында ҡатнашты

Йәштәр кумиры Радик Юлъяҡшин ( Элвин Грей) үҙенең тыуған көнөн ғәҙәти булмаған форматта үткәрҙе. Ул “Яңы Моң” командаһы һәм уның лейблы менән хәйриә концертын ойошторҙо. Унда приют, етем, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ла саҡырҙы. Билдәле булыуынса, “Яңы Моң” йыр бәйгеһендә еңеүсе исеменә Башҡортостан егете Искәндәр Сөләймәнов лайыҡ булды.

Ошо көндәрҙә Радик Юлъяҡшин башланғысы менән ойошторолған “Яңы Моң” йыр проекты үҙенең эшенә йомғаҡ яһаны. Күпселек тауыш менән бер миллион һумлыҡ сертификат Башҡортостан башҡарыусыһы Искәндәр Сөләймәновҡа тапшырылды. Шуклай уҡ проектта Әрмәнстан, Ҡырғыҙыстан, Ҡаҙағстан вәкилдәре лә ҡатнашты.
Уның артынса, проекттың етәксеһе Радик Юлъяҡшиндың тыуған көнө яҡынлашты. Йырсының тыуған көнөнә арналған концертын “Яңы Моң” финалистары менән үткәреүе тәбиғи. Тәүге проект һәм уның еңеүселәре. Ә бына концерттың форматы бик үҙенсәлекле ине. Йырсы хәйриә концерты ойоштороп тамашасыларҙа хуплау тапты.
- Был Радиктың булмышы. Ул ябай Черниковка егете. Тик үҙе өҫтөндә тиҫтә йылдар эшләүе һәм туҡтамай ижад итеүе - уны ошо һөҙөмтәләргә килтерҙе. Һин шәхес, - тип яҙҙылар уға социаль селтәрҙәрҙә.
Радик Юлъяҡшинда (Элвин Грей) тамашасыларға рәхмәтен белдерҙе:
- Тыуған көнөмдө ошондай форматта ойоштороу хәҙер традицияға әйләнәсәк. Мин күптән сығышымдан ундай кинәнес алғаным юҡ. Ихлас ҡотлауҙарығыҙға ҙур рәхмәт.
Йырсыға ни бары 32 йәш тулды. Уға журнал исеменән ижади уңыштар, бәхетле ғүмерҙәр теләп ҡалабыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: