0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2021, 11:44

“Туриада”ға юлландылар

18 – 22 майҙа Башҡортостандың йыйылма командаһы Волга буйы федераль округының “Туриада-2021” спорт-туризм лагерында ҡатнаша. Ул Һарытау өлкәһендә үтә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

18 – 22 майҙа Башҡортостандың йыйылма командаһы Волга буйы федераль округының “Туриада-2021” спорт-туризм лагерында ҡатнаша. Ул Һарытау өлкәһендә үтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Лагерь спорт туризмы арҡылы йәштәрҙе сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү һәм патриотизмды үҫтереү маҡсатында үткәрелә.
“Туриада” лагерында йыл һайын 14 командаға берләшкән 700 кеше ҡатнаша. Башҡортостан йыйылма командаһы 16 – 25 йәшлек 40 ҡатнашыусынан тора. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар бар, тип хәбәр итә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостанда “Демография” милли проектының ”Спорт – тормош рәүеше” төбәк проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уға ярашлы, 2024 йылға халыҡтың 55 проценты спорт һәм физик культура менән шөғөлләнергә тейеш.
Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: