+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2021, 11:35

Тотош коллективтар менән прививка эшләтәләр

Нефтекама ҡалаһында күп ойошмаларҙа тотош коллективтар менән вакцинация үтергә теләк белдергәндәр.

Нефтекама ҡалаһында күп ойошмаларҙа тотош коллективтар менән вакцинация үтергә теләк белдергәндәр. Шуға күрә ҡала дауаханаһында даими нигеҙҙә прививка яһаусы күсмә бригадалар ойошторолған. Улар алдан билдәләнгән график буйынса коллективтарға үҙҙәре бара.
Шулай уҡ көн һайын “Урал” сауҙа үҙәгендә вакцинациялау буйынса күсмә пункт эшләй. Оло йәштәге йәки һаулыҡтары арҡаһында йөрөүе ауыр булған кешеләргә иһә прививка яһаусы бригадалар өйҙәренә бара.
Бынан тыш, ҡала хакимиәте менән берлектә торлаҡ комплекстарында йәшәүселәр өсөн күсмә вакцинациялауҙың тағы бер төрөн – йорт ихатаһында прививка яһауҙы ойошторғандар. Күсмә сәләмәтлек үҙәгендә эш көндәрендә киске алтынан һигеҙгә тиклем ҡабул итәләр. Алдан яҙылыуһыҙ, сират көтөп тормайынса, өй эргәһендәге генә прививка яһатыу бик ҡулай. Был эше тығыҙ кешеләргә, йөрөүе ауыр булыу сәбәпле поликлиникаға бара алмағандарға айырыуса уңайлы.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: