+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2021, 12:26

Сығарылыш сараларына рөхсәт бар, әммә талаптар ҡаты

Ата- әсәләргә балаларының сығарылыш сараларында ҡатнашыу мөмкинлеге биреләсәк. Был иһә мәктәптәргә лә, балалар баҡсаларына ла ҡағыла.

Ата- әсәләргә балаларының сығарылыш сараларында ҡатнашыу мөмкинлеге биреләсәк. Был иһә мәктәптәргә лә, балалар баҡсаларына ла ҡағыла.
“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе коронавирусҡа ҡаршы штабҡа мөрәжәғәт итте. Унда сығарылыш класы уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиләнеүселәренең ата- әсәләренә сараларҙа ҡатнашыу өсөн процедураны бер аҙ еңелләштереү һорала. Йәғни урамда үткән сарала дистанция һаҡлау, битлектә булыу, ә залдарҙа уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыусыларҙы 50 кешенән арттырмаҫҡа, йоғошло сирҙәр юҡлығы хаҡында терапевтан справканың булыуы ғына мотлаҡ талабы ҡуйыла. Был турала партияның төбәк бүлексәһе рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров белдерҙе.
Әле ата- әсәләрҙән ковидҡа ҡаршы вакцинация эшләтеү талап ителә. Коронавирусҡа ҡаршы штабтың сираттағы ултырышы 19 майҙа үтәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: