+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2021, 11:53

Ноғман Мусинға - 90 йәш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың халыҡ яҙыусыһы, прозаик Ноғман Мусиндың 90 йәшлек юбилейын билдәләү хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Байрам саралары быйыл уҙғарыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың халыҡ яҙыусыһы, прозаик Ноғман Мусиндың 90 йәшлек юбилейын билдәләү хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Байрам саралары быйыл уҙғарыласаҡ.
Уға ярашлы хөкүмәттә план саралары һәм республика ойоштороу комитеты раҫланған.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусиндың 90 йыллығын билдәләү буйынса ойоштороу комитетын хөкүмәт премьер- министры урынбаҫары Азат Баҙранов етәкләйәсәк. Шулай уҡ уның сафына төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре лә ингән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: