+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2021, 10:50

Хуш, мәктәп!

22 май юғары класс уҡыусылары өсөн берҙәм сығарылыш көнө буласаҡ. Өфөлә һуңғы ҡыңғырау байрамын асыҡ һауала үткәрергә кәңәш ителгән. Мәктәпте тамамлаусыларҙың байрам саралары рәсми планлаштырылмаған.

22 май юғары класс уҡыусылары өсөн берҙәм сығарылыш көнө буласаҡ. Өфөлә һуңғы ҡыңғырау байрамын асыҡ һауала үткәрергә кәңәш ителгән. Мәктәпте тамамлаусыларҙың байрам саралары рәсми планлаштырылмаған.
Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Греков, был көндә парктарҙа, скверҙарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында тейешле органдарҙың һаҡ сараларын ойоштороуҙо талап итте.
Башҡортостан Башлығы указына ярашлы ата- әсәләргә һуңғы ҡыңғырауға килергә рөхсәт бар. Улар паспорт йәки башҡа документ һәм ковидтан вакцина эшләтеү хаҡында справка күрһәтергә тейеш.
Шулай уҡ был көндә республикала алкоголь эсемлектәр һатыу тыйылған. Мәктәпте тамамлаусылар өсөн кисәләр ҙә уҙғарылмай.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: