Әле көндәр, хас та йәйге селләләге кеүек, бигерәк ныҡ ҡыҙҙыра. Ковидҡа ҡаршы прививка яһатҡанда был эҫелек нисек йоғонто яһар, тип борсолоусылар ҙа бар. Коронавирусҡа бәйле хәлгә буйынса бөгөнгө брифингта Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова һауа торошоноң вакцинацияға бер нисек тә тәьҫир итмәүе хаҡында белдерҙе.
“Әлеге эҫелек вакцина яһатыуға бер төрлө лә йоғонто яһамай. Йәғни эҫе көндәр уҙыуын көтөп тормайынса, прививка үтеүҙе дауам итергә мөмкин. Ҡағиҙә булараҡ, препаратты иртәнге сәғәттәрҙә, ҡояш улай ҡыҙҙырмағанда, иретәләр. Өҫтәүенә, вакцинациялау пункттарының бөтәһендә лә кондиционер йәки елләтеү ҡоролмаһы ҡуйылған. Унда, прививка эшләткәндән һуң табиптар күҙәтеүе аҫтында булып, ярты сәғәт самаһылай ултырып торорға мөмкин", - тине ул.