Был турала Указға Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған.
Хоҡуҡи интернет-порталға ҡуйылған документта “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринар табибы” маҡтаулы исемен булдырырға”, - тип әйтелә.
Ул ветеринар табиптарға шәхси ҡаҙаныштары өсөн биреләсәк. Билдәләнгән шарттарға ярашлы, исемгә был һөнәр буйынса 20 йылдан күберәк эшләгән, федераль йә иһә төбәк власть органдарының ошо тармаҡҡа ҡағылышлы наградалары булған кешеләр тәҡдим ителә.