Әле фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.
Өфөлә Комсомолдар урамы, 163 адресы буйынса күп ҡатлы йорт эргәһендә юғарынан ҡолап төшкән кешенең кәүҙәһе табылған. Ваҡиға урынына килеп еткән тиҙ медицина ярҙамы табиптары ун өс йәшлек үҫмерҙең тән йәрәхәттәренән мәрхүм булыуын раҫлай.
Өфө граждандар һаҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле ғәҙәттән тыш хәлгә килтергән сәбәптәр тикшерелә.