+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2021, 08:55

Ҡужан ҡарағастары йәшелләнгән

Былтыр октябрь айында Әбйәлил районындағы тәбиғәт ҡомартҡыларына ҡарата ҡот осҡос енәйәт ҡылынғайны.

Былтыр октябрь айында Әбйәлил районындағы тәбиғәт ҡомартҡыларына ҡарата ҡот осҡос енәйәт ҡылынғайны.
Бер төн эсендә билдәһеҙ кешеләр йөҙйәшәр 11 өлтөк ҡарағастың олонон бысҡы менән йәрәхәтләп китте. Башҡортостан йәмәғәтселеге, экологтар, ғалимдар тәбиғәттә һирәк осраған ағастарҙы ҡотҡарыр өсөн бар көсөн һалды.
Тәүҙә, елдән ҡоламаһын өсөн, уларҙы терәүҙәр менән нығытып сыҡтылар, махсус иҙмә һөртөп, яраларын бәйләнеләр. Башҡортостан, Силәбе ғалим-биологтары бысылған урындарға ҡәҙимге ҡарағастан ҡырғылған донор пластиналар һалды. Улар ағастарҙың олонон бөтәштерер тигән өмөт бар.
Әлеге көндә, һуғарып торор өсөн, ағастарҙың олоно тирәһенә ерҙән ҡамау эшләнә, ҡарағастар эргәһенә кешеләрҙең инеп йөрөүе сикләнде, тип белдерҙе Әбйәләл районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Ағастарҙың киләсәге хәүеф аҫтында әле. Сөнки яраларының уңалыу-уңалмауы белгестәрҙә икеләнеү тыуҙыра.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: