+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2021, 09:15

Ультрафиолет нурланыуы янай

Көндәрҙең май айына хас булмаған эҫелеге һаулыҡ өсөн зыян килтереүе ихтимал.

Көндәрҙең май айына хас булмаған эҫелеге һаулыҡ өсөн зыян килтереүе ихтимал.
Гидрометцентр хеҙмәтенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд килтергән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда ультрафиолеттан нурланыу индексы 6-7-гә барып етә. Ул ҡояш нурҙарының хәүефле булыуын күрһәтә.
“Төшкә табан, ҡояш юғарыла булғанда, асыҡ һауала йөрөмәҫкә, йә ҡулдарҙы ла ҡаплап торған кейем кейергә кәрәк”, - ти ғалим.
Ультрафиолеттан нурланыу ҡурҡынысы бигерәк тә республиканың көньяҡ райондарында юғары.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: