0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2021, 10:35

“Һуғыш балалары”на таныҡлыҡ тапшырыласаҡ

Быйыл 25 мартта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы “Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында” закон ҡабул иткәйне.

Быйыл 25 мартта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы “Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында” закон ҡабул иткәйне.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ошо категорияға ингән граждандарға 22 июнгә тиклем танытмалар тапшырыласаҡ.
Законда билдәләнеүенсә, "һуғыш балалары" статусына 1927 йылдың 22 июне менән 1945 йылдың 3 сентябре арауығында тыуған республикала йәшәүсе оло быуын вәкилдәре инә. Дөйөм исемлек Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге ҡарамағында булған мәғлүмәттәргә таянып төҙөлә. Шуға күрә кешеләрҙән ғаризалар һәм шәхси мөрәжәғәттәр талап ителмәй.
Әле республикала 189 меңдән ашыу һуғыш осоронда тыуған оло быуын вәкиле йәшәй.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: