Мәктәпкә шартлатҡыстар һалынған. Бөгөн Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан бер-нисә белем усағы шундайыраҡ хәбәр алды. Айырыуса Ҡаҙан ваҡиғанан һуң ошондай сигналдарға иғтибар итмәү мөмкин түгел. Башлыса бомбаны 130-сы һанлы мәктәп бинаһында эҙләнеләр.
Мәғариф учреждениеларында шартлатҡыстар булыуы хаҡындағы хәбәр телефон аша еткерелә. Барлыҡ мәктәптәрҙән балалар эвакуациялана. Бомбаны 130- сы һанлы белем усағында эҙләйҙәр. Уҡыусылар һәм педагогтар ваҡытлыса 141-се һанлы мәктәпкә күсерелә. Учреждение биләмәләре полиция тарафынан уратып алына.
Башҡортостан- 24 каналына полиция хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, теге йәки был учреждениеға бомба һалыныу сигналы төрлө сығанаҡтарҙан килә. Бәхеткә, улар раҫланмай.
Һупайлы мәктәптәрендә махсус хеҙмәттәр эшләй. Уҡыусылар һәм барлыҡ персонал оператив рәүештә эвакуацияланған.
Ҡаҙан фажиғәһенә бөгөн теүәл бер аҙна. Байрамдан һуң тәүге эш аҙнаһының беренсе көнөндә Илназ Ғәләүиев мәктәп уҡыусыларын һәм педагогтарҙы атты. Был тетрәндергес ваҡиға әле лә күңелдәрҙе әрнетеп, йөрәктәрҙе һыҙлатып тора.
Социаль селтәрҙә ултырыусылар, ошо ваҡиғалар солғанышында кешеләрҙең тойғолары менән шаярыусыларға иң ҡаты тәнҡит һүҙҙәре яҙҙы.