+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2021, 13:15

“КовиВак”вакцинаһы ла килтерелә

Тиҙҙән Башҡортостанда йәшәүселәр коронавирусҡа ҡаршы илебеҙҙә етештерелгән өсөнсө вакцина – “КовиВак” препараты менән прививка эшләтә аласаҡ.

Тиҙҙән Башҡортостанда йәшәүселәр коронавирусҡа ҡаршы илебеҙҙә етештерелгән өсөнсө вакцина – “КовиВак” препараты менән прививка эшләтә аласаҡ. Препарат М.П. Чумаков исемендәге иммунобиологик препараттар әҙерләү һәм тикшереүҙәр үҙәгендә етештерелгән. Был хаҡта Хөкүмәттең сираттағы оператив кәңәшмәһендә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Министр әйтеүенсә, Башҡортостанға өс-биш көндә 16 мең дозаға яҡын вакцина, шул иҫәптән М.П. Чумаков исемендәге үҙәктең “КовиВак” препараты килтерелергә тейеш. Шулай итеп, тиҙҙән өс вакцинаның береһен һайлап прививка яһатыу мөмкинлеге буласаҡ.
17 май мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙға йәмғеһе 367 834 доза “Гам-КОВИД-Вак” и “ЭпиВакКорона” вакциналары килгән. 224 860 кеше вакцинаның ике компонентын да алған, 310 496-һы беренсе компонентын эшләткән.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: