+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2021, 15:23

Хеҙмәт етештереүсәнлеге ике тапҡыр артҡан

– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу бизнесты һөҙөмтәле алып барыу өсөн шарттар булдырырға булышлыҡ итә. Пандемия предприятиеларға үҙгәреүҙең, яңы ҡарарҙар ҡабул итеүҙең, хеҙмәт барышын системаға һалыуҙың ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәтте. Һаҡсыл технологиялар индереү эште яҡшыртыуға, иҡтисади һөҙөмтәләр алыуға мөмкинлек бирә. Республикабыҙҙа ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Стәрлетамаҡта “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ете предприятиела бойомға ашырыла. Уларҙа беренсел иҡтисади һөҙөмтә 1 миллиондан ашҡан, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу бизнесты һөҙөмтәле алып барыу өсөн шарттар булдырырға булышлыҡ итә. Пандемия предприятиеларға үҙгәреүҙең, яңы ҡарарҙар ҡабул итеүҙең, хеҙмәт барышын системаға һалыуҙың ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәтте. Һаҡсыл технологиялар индереү эште яҡшыртыуға, иҡтисади һөҙөмтәләр алыуға мөмкинлек бирә. Республикабыҙҙа ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Стәрлетамаҡта “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ете предприятиела бойомға ашырыла. Уларҙа беренсел иҡтисади һөҙөмтә 1 миллиондан ашҡан, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Әле Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында 106 предприятие ҡатнаша.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты хаҡында күберәк мәғлүмәт алырға, ҡатнашыу өсөн ғариза яҙырға теләүселәр өсөн ошо һылтанма буйынса үтергә кәрәк: производительность.рф.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: