+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2021, 12:46

Балалар ялына кэшбек программаһы

“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе балалар ялына ла кэшбек программаһын индереүҙе тәҡдим итте. Уны ил Президенты Владимир Путин да хупланы. Был программа 20 майҙан үҙ көсөнә инә.

“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе балалар ялына ла кэшбек программаһын индереүҙе тәҡдим итте. Уны ил Президенты Владимир Путин да хупланы. Был программа 20 майҙан үҙ көсөнә инә.
Башҡортостандан кэшбек программаһында 107 балалар лагеры ҡатнаша. Ул 20 майҙан үҙ көсөнә инә һәм йыл аҙағынаса дауам итәсәк. Бынан тыш, республика халҡы өсөн балалар ялына ярҙам итеү буйынса айырым программа эшләй.
Туристик кэшбек проектында ҡатнашыусылар путевка хаҡының 30 процентына өҫтәмә рәүештә компенсация ала аласаҡ. Йәғни сығымдарҙың 80 проценты кире ҡайтарыла.
Дәүләт Думаһының “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенән депутат, ғаилә, ҡатын- ҡыҙ һәм бала һорауҙары комитеты рәйесе урынбаҫары Ольга Окунева билдәләүенсә, Ростуризм тейешле документтар әҙерләгән. Был иһә балаларҙың йәйге ял лагерҙары һәм базаларына кэшбек программаһын күҙ уңында тота.
“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе был мәсьәләне хөкүмәт кимәлендә контролдә тота һәм уның туристик миҙгел башланғансы эшләп китеүенә булышлыҡ итә. Әле үк партияға ата- әсәләрҙән мөрәжәғәттәр бар. Улар балалар путевкалары өсөн түләнгән аҡсаларҙың бер өлөшөн ҡайтарыуҙы һорай.
Балалар ялы менән шөғөлләнгән ойошмалар башҡарма власы яғынан талаптар көтә.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәте ваҡытында балалар ялы өсөн түләнгән путевкаларҙың 50 проценты ҡайтарыуҙы тәҡдим иткәйне. Берҙәм Рәсәй фирҡәһе ошондай инициатива менән мартта уҡ сығыш яһаны.
фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: