Республика дауаханаларында әле 130 яҡташыбыҙ ковид инфекцияһына ҡаршы көрәшә. Шуларҙың 16-һы ауыр хәлдә (йома көнө улар 11 ине), өсәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алырға мәжбүр. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 1 701.
17 майға ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар барлығы 36 950 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә 90 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Аҙаҡҡы тәүлектә 107 кеше, был яһил вирустан ҡотолоп, стационарҙан сыҡҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 34 629.
Үкенескә күрә, пандемия ҡорбандары тағы икәүгә артып, 490-ға еткән.
Дауахананан тыш пневмония үткән тәүлектә 130 сырхауҙа асыҡланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 97.