-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2021, 16:03

Указда – үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға сираттағы үҙгәрештәҙе индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документҡа ярашлы, ата-әсәләргә балалар баҡсаһындағы һәм мәктәптәге сараларға (иртәлектәргә, һуңғы ҡыңғырау байрамдарына һәм сығарыш кисәләренә) барыу өсөн, үҙҙәренең паспортынан һәм баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығынан тыш, түбәндәге документтарҙың береһе булыуы шарт:
– ковидҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат;
– коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу (шул иҫәптән уның тик беренсе компонентын) хаҡында медицина белешмәһе;
– ковидҡа ҡаршы антиесемдәр титрҙарының ике берәмектән юғары булыуы хаҡында медицина белешмәһе (сараға тиклем бер ай дауамында алыныуы зарур);
– ковидҡа ҡаршы вакцина яһатырға ярамау хаҡында медицина ойошмаһынан белешмә.
Указдағы үҙгәрештәр буйынса, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, колледждарға һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларына республикала һәм унан ситтә ял һәм һауыҡтырыу өсөн сығыуҙарҙы ойошторорға рөхсәт ителә.
Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ҡәтғи пропуск системаһы эшләй.
Башҡортостанда шулай уҡ санитар-эпидемиология талаптарын ҡәтғи үтәү шарты менән балалар өсөн стационар тибындағы палаткалы лагерҙар ойошторорға рөхсәт ителә.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в