0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2021, 17:47

Тәүге смарт- китапхана

Бөгөн Ҡариҙел ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тарихи ваҡиға булды – “АРТ-ҠОРОЛТАЙ” мәҙәниәт форумының пленар ултырышында онлайн режимында республикала тәүге милли колоритлы смарт-китапхана асылды, тип белдерә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика хеҙмәте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Бөгөн Ҡариҙел ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тарихи ваҡиға булды – “АРТ-ҠОРОЛТАЙ” мәҙәниәт форумының пленар ултырышында онлайн режимында республикала тәүге милли колоритлы смарт-китапхана асылды, тип белдерә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Китапхананың биҙәлеше өсөн коллектив милли колоритты һайлай. Ғәҙәти уҡыу залы һәм абонемент урынына яңы функциональ зоналар барлыҡҡа килә. Ял һәм аралашыу урынында балалар һәм ололар өсөн төрлө саралар үткәреү ҡарала. Балалар өсөн уҡыу һәм ижад итеү зонаһындағы өҫтәл уйындары, ҡоро бассейн, бизибордтар, интерактив иҙән бәләкәстәрҙе бында тартып торор. Әҙәби кафела тыныслыҡта сәй артында яратҡан китабың мөхитенә күмелергә мөмкин. “Экспериментаниум” музейында планетарий, интерактив глобус һәм башҡа мауыҡтырғыс әйберҙәр урын алған. Диспут, конференциялар үткәреү, Милли электрон китапханала мәғлүмәт эҙләү өсөн конференц-зал бар. Бындағы ҡоролмалар бәләкәй форматта баҫмалар сығарыу өсөн ҡуйылған. Йәштәр зонаһында театр, фото-видео студиялары эше ойоштороласаҡ, оҫталыҡ дәрестәре, кино ҡарау, бейеү кисәләре үткәреләсәк. Массаж креслоһында ултырып, психология буйынса китаптар уҡыу оло йәштәгеләрҙең күңеленә хуш килер.
Китапхана фонды 4000-дән ашыу китапҡа тулыланған.
Фото – Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: